3 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2012 йыл, 10:37

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» премияһы сиктәрендә конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

30 майға тиклем Рәсәй Федерацияһы субъекттары йыл һайын тапшырылыусы «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһы сиктәрендә конкурсҡа заявкалар бирә ала.

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһы РФ Хөкүмәте ҡушыуы буйынса 2011 йылдың авгусында старт алды. Ул иҡтисадтың инфраструктура секторында, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь, һыу-канализация хужалығында һәм ҡалдыҡтар менән идара итеү өлкәһендә күҙәтелгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн дәүләт власы органдары, коммерция һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген берләштереү маҡсатында ойошторола.

Конкурс инновациялар һәм прогрессив технологиялар индереүгә, сәнәғәт объекттарын яңыртыуға һәм шәхси инвесторҙар средстволарын йәлеп итеү иҫәбенә һәр төбәктә экологик хәүефһеҙлек булдырыуға булышлыҡ итә.

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһы сиктәрендә конкурстың тәүге йылында инвестиция һәм приз фондтары булдырылды, еңеүселәрҙе һайлап алыу критерийҙары раҫланды, РФ субъекттары менән үҙ-ара килешеп эш итеү системаһы күҙалланды.

Конкурстың ойоштороу комитетында инвестиция ресурстарын алыуға ҙур конкурентлыҡ булыуын билдәләйҙәр. Инвесторҙарҙың һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү яҡлы булыуы проекттарҙы тиҙ һәм сифатлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирәсәк.

Конкурста ҡатнашыуға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу-канализация хужалығы, инфраструктура объекттарын төҙөү, ауыл хужалығы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәләрендә үҙ проекттарын ғәмәлләштерергә теләгән компаниялар, шулай уҡ РФ субъекттарының башҡарма власть органдары, пердприятие һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре саҡырыла.

Һайлап алыу шарттары, өҫтәмә документтар исемлеге, шулай уҡ конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт www.infra-konkurs.ru сайтында урынлаштырылған.