4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2012 йыл, 9:43

Төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең II «Аҡ торна» Халыҡ-ара конкурсы старт ала

автор: Любовь Колоколова

16 апрелдә Өфөлә төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең II «Аҡ торна» Халыҡ-ара конкурсы старт ала, Башҡортостан баш ҡалаһында ул тәүге тапҡыр 2011 йылда үткәрелде.

«Аҡ торна» уникаль мәҙәни сараға, төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең илдәге берҙән-бер масштаблы конкурсына әүерелде. Унда Рәсәйҙең күп төбәктәренән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән бер нисә тиҫтә автор ҡатнашты. Үткән йылдың 25 ноябрендә Өфөлә беренсе конкурста еңеүселәр тәбрикләнһә, әле бәйгенең яңы этабы башлана.

Быйыл конкурс үткәреү ҡағиҙәләрендә ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, түбәндәге номинациялар булдырылды: «Фәлсәфәүи лирика», «Гражданлыҡ лирикаһы», «Мөхәббәт лирикаһы». Башҡа үҙгәрештәр хаҡында www.aktorna.com сайтында конкурс тураһында Положениенан уҡып белергә була.

Эштәр 1 июлгә тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр иттеләр ойоштороу комитетынан.