9 декабрь, Йома

14 апрель 2012 йыл, 16:00

Башҡортостан уҡыусылары Санкт-Петербург университеты Олимпиадаһында еңеүҙәргә өлгәште

автор: Сергей Захаров

Санкт-Петербург дәүләт университеты ҙур интеллектуаль бәйгеләрҙең береһе – Мәктәп уҡыусылары олимпиадаһына йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан ағымдағы уҡыу йылында Санкт-Петербург университеты Олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алдынғы төбәктәр исемлегенә инде.

1985 йылдан алып олимпиада «Медицина», «Иҡтисад», «Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу», «Социология» һәм «Филология» предметтар комплексы буйынса үткәрелә.

Әлеге бәйгелә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән йәмғеһе 52 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Айырым предметтар (информатика, социология, филология, химия, иҡтисад) буйынса ҡатнашыусылар һаны йыл эсендә бер нисә тапҡырға артҡан.

Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы май аҙағында – июнь башында төньяҡ баш ҡалала үтәсәк.

Санкт-Петербург дәүләт университетының Мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында еңеүселәр һәм уның призерҙары, шулай уҡ 2011/2012 уҡыу йылына мәктәп уҡыусылары олимпиадалары исемлегенә (РФ Мәғариф министрлығы менән 2011 йылдың ноябрендә раҫланды) ингән башҡа ярыштарҙа еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына ингәндә ташламаларға дәғүә итә ала.

Барлыҡ юғары уҡыу йорттары үҙҙәренең рәсми сайттарында олимпиадаларҙа еңеүселәр һәм призерҙар өсөн ташлама төрҙәре хаҡында мәғлүмәтте 2012 йылдың 1 июненә тиклем урынлаштырырға тейеш.