4 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2012 йыл, 14:39

15 апрелдә Өфөлә ҡыҫҡа көбәкле ҡоралдарҙы легалләштереү яҡлылар митингыһы үтәсәк

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә «Динамо» стадионы янында Зәки Вәлиди урамы яғынан йәкшәмбе, 15 апрелдә ҡыҫҡа көбәкле ҡоралдарҙы легалләштереү яҡлылар митингыһы үтәсәк.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сараны үткәреүгә ҡала власынан рәсми рөхсәт алынған.

Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, бындай митингылар был көндө Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Һарытау, Екатеринбург, Волгоград, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларында ла үтәсәк.

Өфөлә акция 14 сәғәттә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт — http://ufa.livejournal.com/ сайтында.