8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2012 йыл, 14:21

Төбәктә 21 быуат лидерҙары билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Көн элгәре Башҡортостанда балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары лидерҙары һәм етәкселәренең «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы финалы тамамланды.

Быйыл Шишмә районының «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәгендә үткәрелгән сараның йомғаҡлау этабында Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Әлшәй, Өфө, Бәләбәй, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 89 йәш активист ҡатнашты.

Иң яҡшыларын асыҡлау өсөн бәйгелә ҡатнашыусылар «Минең гражданлыҡ позициям» темаһы буйынса үҙҙәре менән таныштырҙы, тестар үтте, фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Эксперттар советы фекеренсә, Күмертау ҡалаһынан Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Мәләүез бюроһының Йәштәр менән эшләү буйынса советы рәйесе Павел Сафонов иҫтә ҡалырлыҡ иң һәләтле ҡатнашыусы тип танылды. 20 минут эсендә ул һуҡыр балаларға ярҙам итеүгә арналған проект яҙып, уны уҡып ишеттерҙе. Был эш берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ул «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 26-35 йәшлек лидерҙары» номинацияһында еңеп сыҡты.

Шулай уҡ «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 12-15 йәшлек лидерҙары» номинацияһында – Өфөнөң «Башҡортостан пионерҙары» балалар йәмәғәт ойошмаһынан Анастасия Трубицина, «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 14-18 йәшлек лидерҙары» номинацияһында Күмертауҙан Сергей Золотухин еңеүсе булды.

Бәләбәй районынан Раил Фәритов 19-25 йәшлек ҡатнашыусылар араһында еңеү яуланы, ә Күмертауҙан Шамил Хәбибуллин «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары етәкселәре (18 йәштән алып)» номинацияһында беренсе булды.

Республика этабында еңеүселәр «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай ала. Сара августа Ҡабарҙы-Балкарҙа үтәсәк. Бынан тыш, Раил Фәритов «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өсөн премияға тәҡдим ителәсәк.

Төбәктәге бәйгене ойоштороусылар булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сығыш яһай.