7 декабрь, Шаршамбы

14 апрель 2012 йыл, 13:07

Уҙған тәүлек эсендә Башҡортостанда ете янғын сыҡҡан

автор: Эльмира Сабирова

Уҙған тәүлек эсендә Башҡортостанда ете янғын сыҡҡан. Уларҙың өсәүһе – ҡалаларҙа, шул иҫәптән Өфөлә һәм Туймазыла, дүртәүһе – Иглин, Миәкә, Илеш һәм Саҡмағош райондарында теркәлгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғындан бер кеше зыян күргән.

Яҡынса зыян 303 мең һум тәшкил иткән. 4 миллион 130 мең һумлыҡ матди байлыҡ ҡотҡарылған.

Янғындарҙы һүндереүгә 20 махсус техника берәмеге һәм янғын һүндереүселәр составынан 52 кеше йәлеп ителгән.

темалар: янғындар