6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2012 йыл, 12:55

Нефтекаманың Йәштәр советы мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа ярҙам итә

автор: Марина Шумилова

Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр советы ҡаланың уҡыу йорттарын тамамлаусыларға һөнәри йүнәлеш биреү эшмәкәрлегенә ҙур әһәмиәт бирә. Ошо көндәрҙә Йәштәр советының Социаль мәсьәләләр буйынса комиссияһы Нефтекамалағы 1-се интернаттың сығарылыш класс уҡыусылары өсөн «НефАЗ» предприятиеһына экскурсия ойошторҙо.

«Башинформ» агентлығына Йәштәр советы ағзаһы Артур Арыҫланов хәбәр итеүенсә, уҡыусылар предприятие музейы һәм уның етештереү цехтары менән танышты. Музейҙа уларға завод, уның иң яҡшы хеҙмәтсәндәре тураһында һөйләнеләр, предприятиела етештерелгән техника моделдәрен күрһәттеләр. Бынан һуң улар цехтарҙа булды.

— Бөгөнгө үҫмерҙәргә производство «деталдәре» ҡыҙыҡ түгел, тигән борсоулы уйҙарыбыҙ нигеҙһеҙ булып сыҡты, уҡыусылар станоктар һәм агрегаттарҙың нисек эшләүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте, белгестәргә һорауҙар бирҙе, — тип билдәләне Артур Арыҫланов. – Иң ҡыйыуҙары теге йәки был станоктарҙың тәғәйенләнеше һәм мөмкинлектәре, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы тураһында ҡыҙыҡһынды. Нефтекама интернатын тамамлаусылар өсөн бындай экскурсиялар ҡаланың башҡа предприятиеларына ла ойоштороласаҡ. Бынан һуң эш яңы форматта дауам ителәсәк: экскурсиялар Нефтекаманың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында үткәреләсәк. Бындай саралар уҡыусыларға һөнәр һәм эш урынын һайлауҙа ярҙам итәсәк.