4 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2012 йыл, 11:57

Баш ҡалала ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡыҙыу линия асылды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә ҡулланыусылар һәм хеҙмәтсәндәр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ҡыҙыу линия асылды. Ул Өфө һәм республика халҡына уларҙың, ҡулланыусылар һәм хеҙмәтсәндәр булараҡ, хоҡуҡтары һәм уларҙы ҡулланыу механизмдары хаҡында мәғлүмәт биреү маҡсатында ойошторола. Квалификациялы юристар телефон аша бушлай консультация үткәрәсәк.

+7 (347) 299 24 77 ҡыҙыу линия телефоны 9-23 сәғәттәрҙә эш көндәрендә, шулай уҡ ял һәм байрам көндәрендә эшләй. http://vk.com/za_prava сайтына инеп, интернет аша ла консультация алып була.

темалар: ҡыҙыу линия