Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала иң яҡшы социаль әүҙем ойошма билдәләнәсәк

Иҡтисад

Башҡортостанда йыл һайын үткәрелеүсе «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу ойошмаларға социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса аныҡ миҫалдар менән таныштырыу мөмкинлеген бирә. Тәү сиратта, һүҙ әүҙем эске корпоратив сәйәсәт, хеҙмәткәрҙәр менән эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштыр, хеҙмәтте һаҡлау шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ социаль партнерлыҡты үҫтереү хаҡында бара.

«Ойошмала сәләмәт тормош формалаштырыу» номинацияһын производство һәм производствоға ҡарамаған өлкәләргә бүлеү сәбәпле быйыл номинациялар һаны 12-гә тиклем артты. Улар араһында — «Производство өлкәһендәге ойошмаларҙа эш урындарын булдырыу һәм үҫтереү өсөн», «Производствоға ҡарамаған өлкәләге ойошмаларҙа сәләмәт тормош формалаштырыу өсөн» һәм башҡалар.

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ике һәм унан да артыҡ номинацияла призлы урындарға дәғүә итеүсе ойошмалар өсөн 2012 йылда конкурстың юғары наградаһы — «Гран-при» булдырылған.

Бәйгелә ҡатнашыу шарттары министрлыҡ сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть