3 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2012 йыл, 10:10

Башҡортостанда иң перспективалы кластер башланғыстары билдәләнде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Фәндәр академияһы «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһының Гербицидтар институты нигеҙендәге Биохимия кластеры, шулай уҡ Прецизион машиналар эшләү үҙәге бөгөнгө көнгә иң перспективалы кластер башланғыстарының береһе булып тора, тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков.

— Былтыр беҙ алты кластер башланғысы әҙерләнек, уларҙың икәүһе иң перспективалы күренә. Был Прецизион машиналар эшләү үҙәге һәм «Гербицидтар ғилми-тикшеренеү технологик институты» дәүләт учреждениеһы нигеҙендә эшләгән биохимия кластеры. Һәр береһенең үҙ йүнәлеше, үҙ коллективы һәм, иң мөһиме – инфраструктураһы бар, — тине журналистар менән осрашыуҙа Марат Мөлөков.