Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә беренсе дөйөм ҡала өмәһе үтә

Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса беренсе дөйөм ҡала өмәһе старт алды. Ғәҙәттәгесә, унда торлаҡ эксплуатациялау участкалары, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, шул иҫәптән йәштәр ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса 21 апрелдә беренсе яҙғы өмә үткәреү тураһында хәбәр ителгәйне. Әммә йылы һауа шарттары арҡаһында, баш ҡалала иғлан ителгән территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә планлаштырылған эштәрҙе тиҙләтеү маҡсатында, урамдарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтереү буйынса күләмле эштәрҙе бер аҙнаға алдараҡ үткәрергә ҡарар ителде.

Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҙ көнө баш ҡалала йәмғеһе өс дөйөм ҡала өмәһен үткәреү планлаштырыла. Улар 14, 21 апрелдә һәм 19 майҙа ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть