3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2012 йыл, 17:48

Нефтекамала «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестивале үтте

автор: Розалия Вәлиева

Нефтекамала «Яратам һине, тормош!» оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады фестиваленең зона концерты үтте.

Һайлап алыу турында республиканың 12 төньяҡ-көнбайыш районынан вәкилдәр ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙың сығыштарына юғары баһа бирҙе һәм 8 июндә Өфөлә үтәсәк фестивалдең гала-концертында ҡатнашыу өсөн иң сағыу номерҙарҙы һайлап алды. Йомғаҡлау концертында вокал, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау, әҙәби әҫәр уҡыу һәм оригиналь жанр буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.

Фестивалдең киләһе зона концерттары 17 апрелдә — Дыуан районы Мәсәғүт ауылында, 19 апрелдә — Туймазы ҡалаһында, 24 апрелдә — Мәләүездә, 26 апрелдә — Сибайҙа, 17 майҙа — Өфө районында һәм 22 майҙа Өфөлә үтәсәк.

темалар: фестивалдәр