Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

«Информреклама» нәшриәтендә Алик Шакировтың «Мой Кужанак» китабы баҫылып сыҡты

Йәмғиәт

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә билдәле журналист Алик Шакировтың «Мой Кужанак» китабы баҫылып сыҡты. Аннотацияла әйтелеүенсә, был «автобиографик, художестволы-документаль, мемуар элементтары хас әҫәр». Унда автор ваҡыт һәм үҙе хаҡында бәйән итә. Китапта уның бала саҡ, мәктәп, студент йылдары, үҫмер сағы, гәзит редакцияларында эшләүе, республика Хөкүмәтенең һәм Президентының матбуғат хеҙмәттәрен булдырыусы һәм уларҙың етәксеһе булараҡ власть органдарында эшләүе, журналистикаға кире ҡайтыуы тураһындағы хәтирәләре урын алған.

Был Алик Шакировтың тәүге китабы. 92 биттә автор тормошоноң төрлө осорҙарын сағылдырған «Бала саҡ моңдары» («Звуки детства»), «Атай йорто» («Родительский дом, начало начал»), «Дуҫым Колька» («Мой друг, Колька»), «Гармун, китаптар һәм Роза» («Гармонь, книги и Роза»), «Тел уҡытыусыһы» («Учитель словесности»), «Alma mater», «Ленинец» мәктәбе» («Школа «Ленинца»), «Профсоюз босы» ярҙамсыһы» («Помощник «профсоюзного босса»), «Ҡайтыу» («Возвращение «блудного сына»), «Власть коридорҙарында» («В коридорах власти»), «Яңылыҡтар – беҙҙең һөнәр» («Новости – наша профессия») исемле 11 бүлек урын алған. Тәүге китабын Алик Фәйез улы атай-әсәйе – Фәйез Зариф улы һәм Нәйлә Яҡуб ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнаған. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтергән.

Китаптың ҡушымтаһында авторҙың матбуғатта баҫылып сыҡҡан ҡайһы бер мәҡәләләре лә урынлаштырылған.

Белешмә өсөн. Алик Фәйез улы Шакиров – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. «Ленинец», «Советская Башкирия» республика гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире булып эшләй, Башҡортостан өлкә профсоюздар советы рәйесе ярҙамсыһы була. 90-сы йылдар башында БР Хөкүмәтенең һәм Президентының матбуғат хеҙмәттәрен булдырыусы һәм уларҙың тәүге етәксеһе була. 1996 йылдан «Башинформ» агентлығында эшләй.

Автор хәбәр итеүенсә, «Башинформ» агентлығындағы эшмәкәрлеге хаҡында ул айырым китап яҙырға уйлай.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ысын күңелдән тәүге китабы менән ҡотлайбыҙ һәм уға яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть