Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Үҙәк диниә назараты «Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» буйынса «ҡыҙыу линия» асырға тәҡдим итә

Йәмғиәт

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәнов мәктәп программаһына индерелеүсе «Дини мәҙәниәт һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» курсы буйынса «ҡыҙыу линия» асырға тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәренсә, яңы предмет халыҡ араһында бихисап һорауҙар һәм бәхәстәр тыуҙыра. Бынан тыш, яңы дисциплина индерелгәс, ата-әсәләрҙә уҡытыусының компетентлығына шик тыуыуы ихтимал.

— Төрлө проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн, беҙ «ҡыҙыу линия» асырға тәҡдим итәбеҙ, — тине Артур хәҙрәт. – Ата-әсәләр, уҡыусылар был телефонға шылтыратып, һорауҙарын бирә, предмет һәм уҡытыусыларға ҡарата үҙ фекерен белдерә, белгестәрҙән тулы яуап ала алыр ине.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов был фекерҙе хупланы һәм, БР Мәғариф министрлығында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының башланғысын тикшерербеҙ, тип вәғәҙә бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть