Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙың «Сулпан» театры Төркиәләге халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

Йәмғиәт

14 — 24 апрелдә Төркиәнең Конья ҡалаһында V «Мең һулыш һәм бер тауыш» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен унда Сибайҙың «Сулпан» башҡорт театры күрһәтәсәк. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Вәлитова етәкселегендәге коллектив Зәйнәб Биишеваның повесы буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт»  спектаклен әҙерләгән. Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың хәбәр итеүенсә, спектаклдең премьераһы 18 апрелдә Сельджук университетының Диляк Сабанджи сәхнәһендә үтәсәк. Сибай артистары Конья ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре концерты менән сығыш яһарға ла ниәтләй.

Фестивалдә Әзербайжан, Болгария, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төньяҡ Кипр театрҙары һәм Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама татар драма театры ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр «Мең һулыш һәм бер тауыш» фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт театры ҡатнашҡайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть