8 декабрь, Кесе йома

13 апрель 2012 йыл, 16:16

Республиканың көнбайышында һыу ҡайта, ә төньяҡта һыу баҫҡан зоналар арта

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостандың көнбайыш райондарында йылғалар — үҙәндәренә, ә кешеләр өйҙәренә ҡайта. Йәрмәкәй һәм Рәтамаҡ ауылдарында һыу кимәле — 100, Миәкәлә — 55, Әлшәйҙә 115 сантиметрға төшкән, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы идаралығында. Һөҙөмтәлә һыу баҫҡан зонанан эвакуацияланған ауыл халҡы, ә был 600-ләгән кеше, өйҙәренә ҡайтып, ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә тотона алған.  

Октябрьскийҙағы 96 йорт һаман һыу эсендә ҡала, унда 104 кеше эвакуацияланған. Ошо уҡ ваҡытта Ҡариҙел районына оло һыу килде. Район үҙәге янындағы Ҡариҙел йылғаһында 20 километрлыҡ тығын барлыҡҡа килде. Уны бөтөрөү өсөн, йылғалағы һыуҙы күтәреү маҡсатында, Павловка һыуһаҡлағысына һыу йыйырға ҡарар ителде. Күтәрелгән һыу боҙҙо этеп сығарырға ярҙам итте, әммә йорт-ихаталарҙы һыу баҫты. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәр күҙәтелгән урындан фотолар урынлаштырған блогерҙар хәбәр итә.