Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала йәштәрҙең «Евро-Өфө-Азия 2012» мода форумы үтәсәк

Йәмғиәт

18 — 20 апрелдә йәш модельер-дизайнерҙар, парикмахерҙар һәм фотографтар «Евро-Өфө-Азия 2012» йәштәр мода форумында ҡатнашасаҡ.

Уның девизы – «Серле Азия». Быйыл форум яңы форматта үткәрелә. Өфөләге Конгресс-холдың фойеһында «Өфө сувениры» темаһына йәш дизайнерҙарҙың конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәренән күргәҙмә ойоштороласаҡ. Конкурста графика дизайны, костюмдар һәм мөхит дизайны өлкәһендә белгестәр әҙерләү менән шөғөлләнгән юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.

Модельер-дизайнерҙар һәм парикмахерҙар, профессиональ училище, колледж уҡыусылары һәм студенттары, шулай уҡ ижади коллективтар ике уҡыу йортоноң — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжы подиумында конкурс коллекцияларын тәҡдим итәсәк.

Шул уҡ ваҡытта һәр төрлө конкурс еңеүселәренең, ижади оҫтаханалар һәм мәктәп вәкилдәренең конкурстан тыш моделдәр күрһәтеүе лә ихтимал.

Йәш парикмахерҙар ҙа модалы образ тыуҙыра белеүҙә оҫталығын күрһәтәсәк. Конкурста парикмахерҙар әҙерләү буйынса белем биреүсе учреждениелар студенттары һәм уҡыусылары, шулай уҡ бер йылдан да кәм булмаған стажға эйә 21 йәшкә тиклемге оҫталар ҡатнаша ала.

Профессиональ фотографтар «Евро-Өфө-Азия 2012» форумында үҙ эштәренең презентацияһын әҙерләйәсәк, йәғни йәштәрҙең мода форумына үҙенә күрә фотоҡарашын белдерәсәк. Конкурс темаһы — «Fashion style».

Ойоштороусылар — Өфө хакимиәтенең хеҙмәттәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжынан билдәләүҙәренсә, был мода форумы буласаҡ кутюрье һәм парикмахерҙар өсөн имтихан кеүек буласаҡ. Уларҙы Өфө мода индустрияһының юғары белгестәренән, уҡытыусыларҙан, рәссамдарҙан һәм журналистарҙан торған компетентлы жюри баһалаясаҡ.

Гала-шоу Конгресс-холда 20 апрелдә киске 6-ла башлана. Ҡуйыусыларҙың ижади фантазияһы подиумды ла, сәхнәне лә, декорацияларҙы ла яңы форматта күрергә форсат бирәсәк. Модаға битараф булмағандарҙы ҡыҙыҡлы тамаша көтә. Иң мөһиме — бында яңы исемдәр асыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть