11 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2012 йыл, 15:37

Марат Рахмановҡа Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме бирелде

автор: Алик Шакиров

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса идаралыҡ начальнигы — «Башкомснаббанк» акционерҙар коммерция банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марат Рахмановҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

Марат Ғәрифйән улы — «Башинформ» агентлығының элекке дуҫы. Республика Президенты Хакимиәтенең Мәғлүмәт-аналитика идаралығы хеҙмәткәре булараҡ та, ул беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итте. Уның тарафынан әҙерләнгән аналитик материалдарҙы, социологик тикшеренеүҙәрҙе агентлыҡ үҙенең эшендә йыш ҡулланды. Ә инде Башҡортостандың иң эре банктарының береһендә матбуғат секретары вазифаһын башҡарып, ул граждандарҙың финанс белемен арттырыуға ҙур өлөш индерҙе.

Хеҙмәттәшебеҙҙе ысын күңелдән лайыҡлы награда алыуы менән ҡотлайбыҙ!