Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Белорет районында экологик айлыҡ иғлан ителде

Йәмғиәт

Белорет районында 14 апрелдән 26 майға тиклемге осорҙа территорияларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик айлыҡ үткәрелә, ә 14, 21, 28 апрелдә һәм 5, 12, 19, 26 майҙа райондағы барлыҡ тораҡ пункттарҙа үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса өмәләр иғлан ителгән.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 250 йыллығын байрам итеү уңайынан быйыл Белорет ҡалаһында тәртип булдырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Белорет районы хакимиәте ҡарарына ярашлы, ҡаланың бөтә урамдары, майҙандары, парктары һәм скверҙары бөтә төр милек формаһындағы предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениеларға беркетелгән. Ҡала биҫтәләренең һәм үҙәк урамдарының санитар торошона контроллек итеүгә яуаплы кешеләр, Белорет аша үткән Ағиҙел, Нура, Маты йылғаларының яр зонаһын таҙартыуға һәм уның санитар торошона яуап бирәсәк предприятие етәкселәре билдәләнгән, сүп-сар сығарып түгеү өсөн махсус техника бүленгән.

Район етәкселеге әйтеүенсә, ошондай көсәйтелгән саралар Белоретты 250 йыллыҡ юбилейға арналған байрам сараларына әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть