6 декабрь, Шишәмбе

13 апрель 2012 йыл, 14:05

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары – Рәсәйҙә иң яҡшылар иҫәбендә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың ике торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһы 2011 йыл йомғаҡтары буйынса бөтә Рәсәй күләмендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң яҡшы предприятие конкурсында юғары дәрәжәле дипломдар алды. Былар Өфөнөң Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм ҡарау буйынса махсуслаштырылған идаралығы («СУРСИС») һәм «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы — «Уфагаз».

Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы кисә Мәскәүҙә барған Бөтә Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалыҡ форумы менән «Төбәктәрҙең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштары» тармаҡ күргәҙмәһе сиктәрендә үтте.

Башҡортостандың баш ҡалаһының коммуналь предприятиелары — «Махсуслаштырылған хеҙмәтләндереү комбинаты», «Ҡаланы таҙартыу буйынса махсуслаштырылған автомобиль хужалығы», «Уфагорсвет», «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиелары төрлө дәрәжәләге дипломдар алды. Бүләкләнеүселәр араһында «Нефтекамскводоканал» да бар.

Еңеүселәрҙе Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының, Дөйөм Рәсәй йәшәйеште тәьмин итеү хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, Рәсәй Геральдика палатаһының Йәмәғәт наградалары буйынса советының етәкселәре һәм белгестәренән торған конкурс комиссияһы билдәләне. Конкурстың төп этабында ҡатнашыуға илдәге 54 төбәктең предприятиелары заявка бирҙе. Былтыр 35 кенә субъект булғайны,  тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.

Был конкурс Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм йыл һайын ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә бара.

Башҡортостан предприятиелары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң яҡшы предприятие, ойошма исеменә бөтә Рәсәй конкурсында 10 йылдан ашу ҡатнашып килә. 2010 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың 7 предприятиеһы наградалар алғайны.