9 декабрь, Йома

13 апрель 2012 йыл, 12:57

Башҡортостан райондары социаль торлаҡ төҙөүгә әүҙем тотондо

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда торлаҡҡа мохтаж һәм уны алыуға сиратта торған 70 меңдән ашыу граждан иҫәпләнә. Шуларҙың 42 меңдән ашыуы төрлө федераль һәм республика программалары буйынса дәүләт ярҙамы алыуға хоҡуҡлы. Был турала республика Хөкүмәте ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итте.

Былтыр йәмғеһе 3300 кеше өс миллиард һумдан ашыу суммаға дәүләт ярҙамы алған. Быйыл 3,5 миллиард һум күләмендә аҡса бүленеүе көтөлә. Был 5200-ҙән ашыу гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

— Бөгөнгө көндә 22 муниципаль берәмектә социаль торлаҡ төҙөүгә әүҙем тотондолар, — тине Хәлит Мәхмүтов. – Билдәләнгән бурыстарҙы хәл итеүҙә Бөрө, Туймазы, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы һәм Өфө райондары алға киткән. Ҡалаларҙан Күмертауҙы, Салауатты, Сибай, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡты айырып билдәләргә мөмкин. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрендә йорт нигеҙен һалыу һәм кирбестән стеналарын күтәреү эштәре алып барыла.

Комитет рәйесе йәнә, Өфөгә социаль торлаҡ төҙөү күләмен арттырырға кәрәк, тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Бөрөлә торлаҡ сертификаттары буйынса фатирҙар һатыла башлаған да инде. Ошо уҡ мәлдә ун районда был мәсьәлә буйынса аныҡлыҡ юҡ, йорт проекттары ла юҡ, төҙөлөш майҙандарын инженерлыҡ инфраструктураһы объекттары менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителмәгән.

Әҙер инженерлыҡ инфраструктураһы булған майҙандар исемлеге әҙерләнеп бөткән тиерлек. Бөгөн 40 муниципаль берәмектәге 48 участкала йорттар күтәреүҙе бары БР Социаль торлаҡ төҙөү фонды аша тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Уларҙың күбеһендә подрядсылар билдәләнгән дә инде. 27 майҙанда эштәр башланған.

— Социаль торлаҡ төҙөү фонды менән берлектә быйыл 40 мең квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Бынан тыш, муниципаль район хакимиәттәре менән йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә 35 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөләсәк, ә ауылды социаль үҫтереү программаһы сиктәрендә өҫтәп 22 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла, — тип билдәләне Хәлит Мәхмүтов.