4 декабрь, Йәкшәмбе

13 апрель 2012 йыл, 12:18

20 апрелдә Учалыла ҡала башҡорттарына арналған VII төбәк-ара конференция үтәсәк

автор: Марина Шумилова

20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Учалы филиалында VII «Ҡала башҡорттары: традициялар һәм бөгөнгө йәмғиәт» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Фәндәр академияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих,тел һәм әҙәбиәт институты, Учалы районы хакимиәте сығыш яһай.

Конференцияла Башҡортостан Республикаһы ҡалаларын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, башҡорттар урбанизацияһы, башҡорт теленең һөҙөмтәле ҡулланылыуы, тәрбиә, милли мәғариф, һаулыҡ, ҡала шарттарында демография үҫеше мәсьәләләре тикшереләсәк.

Ҡала башҡорттарына бағышланған фәнни-ғәмәли конференциялар республикала матур йолаға әүерелде, улар ике йыл һайын үткәрелә. Бығаса конференциялар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө, Октябрьский ҡалаларында уҙғарылды.