3 декабрь, Шәмбе

13 апрель 2012 йыл, 11:41

Белорет телекомпанияһы ҡала юбилейына яңы проекттар әҙерләне

автор: Әлим Фәйезов

Белоретта бала баҡсалары коллективтары араһында «Минең яратҡан ҡалам!» ижади конкурсы үткәрелә, ул Белорет ҡалаһына 250 йыл тулыуға арналған. Бәйгене ойоштороусы булып ҡаланың «Белорет ТВ-6» телекомпанияһы сығыш яһай.

«Башинформ» агентлығына Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштары һәр шәмбе һәм йәкшәмбе ТНТ-Белорет каналында күрһәтелә һәм телекомпания сайтында урынлаштырыла. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, конкурс ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәм ҡаланың бала баҡсалары был ижади бәйгелә әүҙем ҡатнаша башланы. Тамашасы хөкөмөнә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан йәмғеһе 25 сығыш тәҡдим ителәсәк, уларҙа балалар туған ҡалаларын юбилей менән ҡотлай. Бөгөнгө көнгә 14 сығыш телеэфирҙа күрһәтелде һәм интернетта урынлаштырылды. Шиғырҙар һәм йырҙар, бейеүҙәр һәм күңелле сәхнә әҫәрҙәре – барыһы ла ҡаланың юбилейына арнала.

Конкурстың йомғаҡлау программаһы 19 майҙа күрһәтеләсәк. Бынан һуң, июндә, интернет аша тауыш биреү ярҙамында бәйгелә еңеүсе билдәләнәсәк.

Бынан тыш, ҡалаға 250 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Белорет телекомпанияһы ай һайын Белорет тарихына һәм уның данлыҡлы кешеләренә арналған фильмдар сығара.