2 декабрь, Йома

13 апрель 2012 йыл, 10:47

Төбәккә тағы 352 йәш имам кәрәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты республиканың мосолман мәхәлләләрендә кадрҙар мәсьәләһен тикшереүгә яҡынса йомғаҡ яһаны. Ике ай дауамында республика мосолмандарының Үҙәк диниә назараты етәкселеге мосолман мәхәлләләре тураһында мәғлүмәт тупланы, атап әйткәндә, нисә мәсеттә имамдар юҡлығы, 60 йәштән олораҡ дин хеҙмәткәрҙәренең һаны хаҡында белеште. Бының өсөн республиканың барлыҡ имам-мөхтәсибтәренә һәм муниципаль район хакимиәте башлыҡтарына һорау ебәрелде.

Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағында булған 37 мөхтәсибәттән ни бары егерме өсө генә һорауға яуап ҡайтарған. Асыҡланыуынса, урындарҙа эшләү өсөн 352 йәш белгес әҙерләү мотлаҡ. Диниә назаратының 25 апрелдә үтәсәк пленумында мөфтиәт етәкселеге белгестәр әҙерләү буйынса саралар комплексы тураһында башланғыс менән сығыш яһарға ниәтләй.