Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Хәйбуллалар Ырымбур райондары менән хеҙмәттәшлек итә

Йәмғиәт

Хәйбулла районы делегацияһы Ырымбур өлкәһе Гай районының Нововоронежск ауылында булды.  

Хәйбулла районы Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Гай һәм Ҡыуандыҡ райондары менән күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итә.  Күрше өлкә уҡытыусылары өсөн семинарҙар үткәреү һәм райондың ижади коллективтарының концерттарын ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнгән. Был юлы Гай районына Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының активистары килде. Улар Нововоронежск ауылы халҡы менән осрашты, уларға Хәйбулла районы халҡы менән йыйылған башҡорт телендәге китаптарҙы бүләк итте. Ауыл халҡы өсөн башҡорт телендәге китаптар, башҡорт йырҙары яҙҙырылған дискылар һәм башҡа полиграфия продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.

Ырымбурҙар Хәйбулла районының бай концерт программаһы әҙерләгән үҙешмәкәр артистарын да йылы ҡаршыланы. Бындай осрашыуҙар йыл дауамында Ырымбурҙың башҡа ауылдарында ла үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть