Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

«Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе итеп Альберт Мифтахов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй»ҙең генераль советы президиумы көн элгәре партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе итеп Альберт Мифтаховты тәғәйенләне, тип хәбәр итте урындағы бүлексәнең матбуғат секретары Азат Саҙрыев. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Альберт Мифтахов етәксе вазифаһын үткән аҙнанан алып башҡара башланы. 5 апрелдә башҡарма комитет менән 2010 йылдың декабренән етәкселек иткән Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙ теләге менән был вазифанан бушатылды. Шул уҡ көндө ул республика Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй башланы. Үткән йылдың көҙөндә Альберт Мифтахов эске праймериз һөҙөмтәләре буйынса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтынан Рәсәй Дәүләт Йыйылышы депутаттары исемлегенә индерелде, бынан һуң «Берҙәм Рәсәй»ҙең рәсми рәүештә теркәлмәгән һайлау алды штабында әүҙем эшләне. Ә Рәсәй Президенты һайлауҙарында Владимир Путинға ярҙам итеү буйынса халыҡ штабын етәкләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть