7 декабрь, Шаршамбы

13 апрель 2012 йыл, 9:22

Өфөгә Силәбе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы килә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

16 апрелдә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтәсәк. Уның составында был йәмәғәт ойошманың рәйесе Морис Йосопов, Силәбе өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре, Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары етәкселәре киләсәк. Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу, күрше төбәктәр араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу визиттың төп маҡсаты булып тора.

Силәбе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, осрашыу барышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов сығыш яһаясаҡ, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе һәм активы һайланасаҡ. Сара Башҡортостандың һәм күрше өлкәнең сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланасаҡ.

Башлана – 17 сәғәттә.