9 декабрь, Йома

12 апрель 2012 йыл, 17:41

Марокко Короллеге Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Марокко Короллеге Башҡортостан менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй, тип хәбәр итте Марокконың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Абделькадер Лешехеб Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында үткән матбуғат конференцияһында.

Марокконың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Абделькадер Лешехеб Ислам мәҙәниәте институты директоры Саид Кямилев менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк динә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Талғат Тажетдин саҡырыуы буйынса Өфөгә килде. Был уның республикаға тәүге визиты. Өфөлә Марокко илсеһе республиканың дәүләт, дин һәм фән хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

— Минең Башҡортостанға килеүем Рәсәй менән Марокко араһындағы дуҫлыҡты нығыту сиктәрендә үтә, — тип билдәләне Абделькадер Лешехеб. – Башҡортостан менән дә күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен күрәбеҙ.

Шулай итеп, илсе БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов менән иҡтисад, фән, сауҙа, энергетика өлкәләрендә Марокко Короллегенең Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— Владимир Балабанов мине Мәскәүҙә апрель аҙағында үтәсәк Башҡортостан Республикаһы көндәренә саҡырҙы, — тине Марокко ҡунағы. – Унда төбәк етәкселеге, шул иҫәптән республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашырмын, тип ышанам. Бәйләнештәрҙе артабан нығытыу юлдарын ҡараясаҡбыҙ. Республика, уның мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу һәм хеҙмәттәшлек итеүҙең аныҡ юлдарын билдәләү маҡсатында Өфөгә тағы киләсәкмен.

Тәлғәт Тажетдин илсе менән ислам мәғарифы, ғәрәп телен өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы идеялары менән бүлеште. Шулай уҡ дипломат Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин илсене вуз эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм студенттар менән осрашыу ойошторҙо.

— Педагогия университеты миңә ныҡ тәьҫир итте: студенттарҙың күп булыуы, белем биреү сифаты ғәжәпләндерҙе, — тине Абделькадер Лешехеб. – Студенттар менән алмашыу, мәғлүмәт технологияларын үҫтереү һәм фән өлкәләрендә педагогия университеты менән Марокколағы бер нисә юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек булдырырға һөйләштек. Ислам мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт менән бүлешергә әҙербеҙ. Бынан тыш, студенттарҙың минең менән француз һәм ғәрәп телдәрендә һөйләшеүе ҡыуандырҙы.

Бөгөн иртәнсәк илсе республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән осрашты. Абделькадер Лешехеб ислам мәғарифы өлкәһендә Башҡортостандың дини уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһындағы пландары менән бүлеште.

— Алдағы арала Башҡортостан делегацияһының Мароккоға яуап визитын ойошторасаҡбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дипломат. – Үҙебеҙгә дәүләт һәм дин хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға уйлайбыҙ. Әммә унан алда хеҙмәттәшлек итеү буйынса аныҡ программа әҙерләргә тейешбеҙ.

Абделькадер Лешехеб хәбәр итеүенсә, Марокко Короллеге Рәсәйҙең бер нисә төбәге менән яҡшы бәйләнештәр булдырған да инде. Улар араһында – Санкт-Петербург, Татарстан, Свердловск һәм Курск өлкәләре.