6 декабрь, Шишәмбе

12 апрель 2012 йыл, 16:52

Башҡортостанда хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы инженер һайланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөтә донъя хеҙмәт һаҡлау көнөнә ҡарата ойошторолған «Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы инженер-2012» VI республика конкурсы 19 апрелгә билдәләнгән. Ойоштороусылары уны «Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһының 45 йыллығына бағышлай.

Был һөнәри оҫталыҡ конкурсы 2012-2016 йылдарға хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт һаҡлауҙы яҡшыртыу республика айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә үтә.  

Инженерҙарға алты этапта үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә тура киләсәк. Тәүҙә улар компьютерҙа тест һорауҙарына яуап бирәсәк. Артабан эш урынында хеҙмәт һаҡлау ҡағиҙәләренең боҙолоуы осраҡтарын асыҡларға тура киләсәк. Өсөнсө этапта конкурсанттар профессияһына бәйле документацияны ни ҡәҙәр яҡшы белеүен күрһәтәсәк. Практик өлөшөндә жюри бәхетһеҙлек осраҡтарында зыян күргәндәргә беренсе ярҙам күрһәтеүҙәрен баһалаясаҡ.

Конкурста республика ойошмалары менән күрһәтелгән белгестәр йәки үҙ аллы ҡатнашырға теләк белдергән инженерҙар ҡатнаша ала. Конкурс еңеүселәре дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ. Уларға «Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы инженер-2012» исеме биреләсәк.

темалар: хеҙмәт һаҡлау