5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2012 йыл, 16:34

Ҡала бюджеты үтәлеше буйынса йәмәғәт тыңлауҙары көтөлә

автор: Евгений Рәхимҡолов

2011 йылға ҡала бюджеты үтәлеше буйынса йәмәғәт тыңлауҙары Өфөлә 17 майҙа үтәсәк. Ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте.

— Раҫланғанға тиклем ҡала бюджеты үтәлеше тураһындағы отчет буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үткәреү – федераль ҡануниәттең мотлаҡ талабы, — тип билдәләне Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Евгений Семивеличенко. — Был ҡала халҡының Өфө хакимиәте эшмәкәрлегенә контроллек итеүҙә ҡатнашыуының бер формаһы. Депутаттар корпусына, һис шикһеҙ, халыҡ фекерен белеү мөһим.  

Йәмәғәт тыңлауҙарында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Уның дауамында граждандар менән индерелгән тәҡдимдәр кәңәш формаһында булһа ла, урындағы властар, ҡағиҙә булараҡ, уларҙы иҫәпкә ала.

Йәмәғәт тыңлауҙары Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Башлана – 16 сәғәттә.