9 декабрь, Йома

12 апрель 2012 йыл, 16:17

Өфөлә социаль торлаҡ төҙөүгә бушлай ер бирелә башлаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт унитар предприятиелары менән ойошторолған социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер участкалары бирелә башлаясаҡ. Әүәлерәк республика етәкселеге ошондай участкалар биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Бөгөн Өфө биләмәһендә участкалар биреү тәртибен ҡала депутаттары раҫланы.

Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов билдәләүенсә, был документ комиссия ултырыштарында һәм ҡала Советы президиумында күп тапҡыр тикшерелеп, еренә еткереп эшләнде. Тикшереү дауамында башлыса ҡала прокуратураһы тәҡдимдәрен иҫәпкә алған бер нисә төҙәтмә индерелде.

Депутаттар менән раҫланған тәртипкә ярашлы, Өфө биләмәһендәге ер участкалары социаль торлаҡ төҙөү өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға, аукцион үткәрмәйенсә,  бушлай биреләсәк. Әммә бындай участкаларҙы алыу өсөн ойошмалар ғариза һәм кәрәкле документтар пакеты тапшырғанда социаль йүнәлешле ойошма менән Башҡортостандың вәкәләтле дәүләт башҡарма власть органы араһында төҙөлгән торлаҡ биналар төҙөлөшөнә субсидиялар күсереү тураһындағы килешеүҙең күсермәһен бирергә тейеш буласаҡ.

Бындай документтың булыуы бушлай ер участкаһы алыуға дәғүә иткән социаль йүнәлешле ойошмаға ысынлап та социаль торлаҡ төҙөүгә республика бюджетынан маҡсатлы средстволар бүленәсәген аңлата. Ҡала депутаттары фекеренсә, бындай килешеүҙең мотлаҡлығы бушлай ер участкалары бүлгәндә коррупцияға мөмкинлек ҡалдырмаясаҡ, һәм улар ысынлап социаль торлаҡ төҙөйәсәк ойошмаларға ғына биреләсәк.

Әгәр ер алған ойошма уны билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙләштермәһә, бындай ойошмаға башҡаса участка бирелмәй.