9 декабрь, Йома

12 апрель 2012 йыл, 15:31

Айҙар Ғәлимов «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусылары менән аралаша

автор: Сергей Захаров

12 апрелдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Айҙар Ғәлимовтың онлайн-конференцияһы үтә.

Урындағы ваҡыт менән сәғәт 15-тән 16-ға тиклем сайтҡа ингән һәр кеше, порталдың баш битендәге «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың онлайн-конференцияһы» бүлегендә тейешле форманы тултырып, йырсыға мөрәжәғәт итә ала.

i -gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Айҙар Ғәлимовтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында, шулай уҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.