Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән Спиваков фонды стипендиаттары Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһындағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттары — Өфө урта махсус музыка колледжы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттарының һәм был уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың, шулай уҡ П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһы ҡарамағындағы Үҙәк музыка мәктәбе уҡыусыларының концерты Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда 19 апрелдә үтәсәк.

Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының Башҡортостан Республикаһы филиалы директоры Ғәлиә Камаева хәбәр итеүенсә, концертта республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Тимофей Владимиров (фортепиано), Ангелина Самойлова (скрипка), Кирилл Козлов (фортепиано), Гөлназ Сәхибгәрәева (фортепиано), Олег Тузов (фортепиано), Диляра Иҙрисова (сопрано), шулай уҡ Булат Насыров (скрипка) һәм Искәндәр Ханнанов (виолончель) ҡатнашасаҡ. Музыканттар маэстро Спиваков бүләк иткән музыка ҡоралдарында уйнай. Шулай уҡ концертта Башҡортостандағы Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара хәйриә фондының тәүге быуын стипендиаттары, әле П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваториһында белем алған Элиза Хәнәфина (виолончель) һәм Денис Хөсәйенов (фортепиано) ҡатнаша.

Концерт көнөндә Мәскәү халыҡ-ара Музыка йортонда Өфөнөң 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары эштәренең күргәҙмәһе эшләйәсәк, уны шулай уҡ Спиваков фондының Башҡортостандағы филиалы ойоштора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть