3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2012 йыл, 14:01

Осло ҡалаһында Башҡортостан йырсыһы Светлана Атанғолованың концерты үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн, Космонавтика көнөндә, Норвегияның баш ҡалаһы Ослола Өфөнөң йәш һәләтле йырсыһы Светлана Атанғолованың концерты үтәсәк. Норвегия тамашасыһына ул билдәле Рәсәй композиторы Игорь Зубковтың шағир Константин Арсенев һүҙҙәренә яҙған «Серенада» йырының премьераһын тәҡдим итәсәк. Шулай уҡ Светлана Европа һәм Америка мюзиклдарынан популяр ариялар башҡарасаҡ. Ике йырҙы ул башҡорт һәм татар телдәрендә йырлап ишеттерәсәк, тип хәбәр итә Норвегия-Рәсәй мәҙәни үҙәге.

Светлана Атанғолова Өфөлә инженер һәм уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Фортепиано белгеслеге буйынса балалар музыка мәктәбен тамамлай, балалар ижады үҙәгендә вокал менән шөғөлләнә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға инә. 2009 йылда уны уңышлы тамамлай. Светлана күп төрлө телдәрҙә йырҙар башҡара. Ҙур уңыш менән төрлө илдәрҙә сығыш яһай. Бөгөн Осло ҡалаһында үтәсәк сара – Светлана Атанғолованың Норвегияла ҡуйыласаҡ берҙән-бер концерты.