3 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2012 йыл, 13:34

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы беренсе квартал планын арттырып үтәгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы ағымдағы йылдың өс айында республика ҡаҙнаһына 1,6 миллиард һум күләмендә хосусилаштырыуҙан һәм милекте файҙаланыуҙан алынған табышын күсергән. Дөйөм сумманан дәүләт милкен файҙаланыуҙан 1,5 миллиард һум аҡса алынған. Был категорияға ҡуртым түләүҙәре, дивидендтар, дәүләт унитар предприятиеларының табышының бер өлөшөн күсереүе инә. Дәүләт милкен һәм акциялар пакетын һатыуҙан 43,5 миллион һум алынған, башҡа төрлө керемдәр 0,2 миллион һумды тәшкил иткән.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2012 йылдың беренсе кварталына билдәләнгән план 109,2 процентҡа үтәлгән.