11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2012 йыл, 13:20

Туймазыла «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт - Башҡортостан» I Рәсәй конференцияһы үткәрелә

автор: Розалия Вәлиева

Уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың «Йәшлек. Фән. Мәҙәниәт — Башҡортостан» I Рәсәй конференцияһы Туймазы ҡалаһында 12-14 апрелдә үтәсәк.

Конференцияла Башҡортостандан, Татарстандан, Мари Иленән, Свердловск һәм Һамар өлкәләренән 273 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Эштәр төрлө фән йүнәлештәре буйынса 14 секцияла эксперттар комиссияһы менән баһаланасаҡ. Конференция «Рәсәйҙең интеллектуаль-ижади потенциалы» программаһы сиктәрендә «Киләсәк интеллекты» дөйөм Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Туймазылағы филиалы ҡатнашлығында үткәрелә.

— Конференцияла тәҡдим ителгән эштәр эксперттар комиссияһы менән һайлап алынған, — тип хәбәр итте ӨДАТУ-ның Туймазы филиалы директоры Салауат Мосифуллин. – Улар араһында ял ваҡытын ойоштороу буйынса социаль проекттар ҙа, йылға ярҙарын таҙартыу буйынса экологик эшләнмәләр ҙә, энергияны һаҡсыл файҙаланыуға бәйле эштәр ҙә бар. Авиация университеты студенттары Туймазы ҡасабаһында рус немецтарының тарихы буйынса тикшеренеү үткәргән. Ә райондағы заводтарҙың береһендә йәш тикшеренеүселәрҙең энергия һаҡлау буйынса эшләнмәһе тормошҡа ашырылған да инде.

Конференция йомғаҡтары буйынса иң яҡшы эштәр һайлап алынасаҡ, улар араһынан 16 проект ҡына Рәсәй Федерацияһы Президентының грантын аласаҡ.

Секция эштәренән тыш, 7-се мәктәп базаһында «Һәләтле уҡыусылар менән эшләүҙе планлаштырыу» темаһына мәғариф форумы үткәреләсәк. Форумда педагогтар өсөн республиканың алдынғы вуздары уҡытыусыларының лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре һәм психологик тренингылар ойоштороласаҡ.