8 декабрь, Кесе йома

12 апрель 2012 йыл, 13:09

Өфөнөң экологик торошон урман һәм баҡса айлығы яҡшыртасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә урман һәм баҡса айлығы старт алды, ул 20 майға тиклем дауам итәсәк. Ҡаланың экологик торошон яҡшыртыу әлеге сараның төп маҡсаты булып тора.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айлыҡ барышында парктарҙы, урман парктарын, скверҙарҙы, аллеяларҙы, йылға буйҙарын, баҡсасылар ширҡәттәре биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр ойоштороласаҡ. Бынан тыш, был көндәрҙә йәш үҫентеләр ултыртыу, иҫтәлекле аллеялар булдырыу, шулай уҡ бала баҡсалары, уҡыу йорттары, дауаханалар, предприятиелар һәм ойошмалар биләмәләрен йәшелләндереү планлаштырыла.