Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Хәйбулла районы аграрийҙары яҙғы сәсеү кампанияһына бурыстарҙы тикшерҙе

Иҡтисад

Хәйбулла район үҙәге – Аҡъярҙа кисә яҙғы баҫыу эштәренә арналған конференция үтте. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың агар секторы ойошмалары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Хәйбулла район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһы һәм тактикаһы, тракторҙарҙың һәм сәсеү агрегаттарының әҙерлеге, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһының техник торошон тикшереү һөҙөмтәләре, яғыулыҡ-майлау материалдарын һайлау, орлоҡ комплексын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралған. Яҙғыһын районда 94 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү планлаштырыла. 68 мең самаһы гектарҙа – иген, 7 меңендә — техник культуралар, 18 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сәсеү күҙаллана. Ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге 100 процентҡа тиң.  

Конференция дауамында ер мәсьәләһе, ерҙең ниндәй милек формаһында булыуы, банк кредиттары биреү тәртибе ҡаралған, ауыл хужалығы предприятиеларының етәкселәре тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть