10 декабрь, Шәмбе

12 апрель 2012 йыл, 12:44

Октябрьскийҙа «Китап менән – изге юлға!» гала-концерты үтте

автор: Резеда Нуртдинова, Марина Шумилова

Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм мәғариф бүлеге, шулай уҡ Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы менән ойошторолған «Балалар китабы аҙналығы» сиктәрендә ҡаланың Мәҙәниәт йортонда «Китап менән – изге юлға!» гала-концерты үтте. Был матур байрамда ҡаланың художестволы коллективтары сығыш яһаны, номинацияларҙа һәм ижади бәйгеләрҙә еңеүселәр тәбрикләнде.

Сәхнәгә «Китап уҡыу буйынса лидер», «Китап менән бергә үҫешәбеҙ!», «Тере классика», «Ижад донъяһында», «Ғаиләм менән китап уҡыйбыҙ», «Китапханаларҙың иң яҡшы дуҫы» номинацияларында еңеүсе балалар күтәрелде. Уларға иҫтәлеккә китаптар тапшырылды. Алып барыусылар байрамда ҡатнашыусылар өсөн төрлө уйындар ҙа үткәрҙе, уларҙың балалар әҙәбиәте һәм фольклор буйынса белемен тикшерҙе. Сара Октябрьский ҡалаһының билдәле ижади коллективтарының сағыу концерт номерҙары менән тамамланды.