11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2012 йыл, 11:53

Мәктәптәрҙә өсөнсө физкультура дәресе бадминтонға арналасаҡ

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы илдең Милли бадминтон федерацияһы менән берлектә бадминтонды үҫтереү проектын ғәмәлләштерә. Ошоға бәйле дөйөм белем биреү мәктәптәрендә өсөнсө физкультура дәресен индереү планлаштырыла, ул әлеге ҡыҙыҡлы спорт төрөнә бағышланасаҡ.

Башҡортостандың Бадминтон федерацияһы 12 апрелдә республиканың Мәғарифты үҫтереү институтында был проектты тикшереү буйынса йыйылыш үткәрәсәк. Бынан һуң төбәктең алдынғы спортсылары бадминтон буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтәсәк.

Сара 15 сәғәттә башлана.

темалар: бадминтон