11 декабрь, Йәкшәмбе

12 апрель 2012 йыл, 11:24

Төбәктә урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Башҡортостандың Йылайыр, Маҡар, Өфө, Тирлән һәм Балаҡатай урман хужалыҡтарында урман янғындарын һүндереү буйынса зона уҡыуҙары башланды.

Урман янғындарын һүндереү һәм уларҙы иҫкәртеү системаларын һәм алымдарын булдырыу буйынса саралар планына ярашлы, уҡыуҙар республиканың Урман хужалығы министрлығы менән ойошторолдо.

— Был саралар ведомствоның алдағы янғын хәүефлелеге осорона әҙерлек кимәлен билдәләргә мөмкинлек бирәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин. – Быйыл апрелдең, алдағы йылдар менән сағыштырмаса, йылыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ тиерлек әҙерлек саралары тамамланды. Урман янғындарын һүндереү буйынса республика йыйылма планы раҫланды.

Зона уҡыуҙары һөҙөмтәләре буйынса апрель аҙағында урман хеҙмәткәрҙәре өсөн республика уҡыуҙары үткәреләсәк.