Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү заводын төҙөүгә яҡынса 3,2 млрд һум талап ителәсәк

Иҡтисад

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү заводы төҙөү өсөн Башҡортостанға яҡынса 3,2 миллиард һум кәрәк буласаҡ.

— Ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү — республикала өҫтөнлөклө мәсьәләләр иҫәбендә. Әлеге ваҡытта беҙ Японияның ике компанияһы менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү өсөн тәғәйенләнгән звод төҙөргә ниәтләйбеҙ. Бөгөн был технология бөтә донъяла танылыу алған. Завод Өфө районында, Сергеевка ауылы янында урынлашасаҡ, — тип хәбәр итте республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Азат Ҡотлоәхмәтов.

Уның әйтеүенсә, проект тураһында әлегә дөйөм һыҙаттарҙа ғына һөйләргә мөмкин, сөнки әле техник-иҡтисади нигеҙләү эштәре генә алып барыла. Бынан һуң оҙайлы проектлау, экспертизалар үткәреү этаптары көтөлә, шуға күрә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү заводы республикала бер йылдан һуң ғына төҙөлә башлаясаҡ, тип планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть