Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда тағы ике районды һыу баҫҡан

Йәмғиәт

Башҡортостандың тағы ике районын һыу баҫҡан. Ҡарҙың тиҙ иреүе арҡаһында Әлшәй районындағы Ҡорһаҡ йылғаһында кинәт һыу күтәрелгән, Иҙрис ауылының Йәштәр һәм Торналар урамындағы 10 йортто һыу баҫҡан, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығында.

Ҡазаланыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. Һыу баҫҡан зонала социаль әһәмиәтле һәм хәүефле объекттар юҡ. Һыу эсендә ҡалған урамдарҙан халыҡ эвакуациялана, йәмғеһе 25 кеше, шул иҫәптән өс бала хәүефле зонанан сығарылған. Улар барыһы ла туғандарында урынлашҡан.

Ошо уҡ райондағы Сураҡай ауылының Йәштәр урамында 30 йортто һыу баҫҡан. 74 кеше, шул иҫәптән 15 бала хәүефле зонала ҡалған. Әлеге ваҡытта һыу эсендә ҡалған йорттарҙағы кешеләр эвакуацияланмаған.

Октябрьский ҡалаһына ла һыу яҡынлаша, ҡарҙың тиҙ иреүе арҡаһында Ыҡ йылғаһында һыу ташҡан. Тимерлек, Ватан, Күн заводы, Муллаян, Ык, Фрунзе урамдарындағы 70 торлаҡ йортто һыу баҫҡан. 99 кеше һыу баҫҡан зонала ҡалған, шуларҙың 12-һе – балалар. Эвакуацияланған граждандар туғандарында урынлашҡан. Ташҡындан зыян күреүселәр өсөн ваҡытлыса йәшәү пункты ла әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть