7 декабрь, Шаршамбы

12 апрель 2012 йыл, 10:26

Баш ҡалала ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштар башланды

автор: Сергей Захаров

11 апрелдә Өфөлә Рәсәйҙең граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министры Кубогына ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштар старт алды.

— Юғары кимәлдәге бындай ярыштарҙы үткәреү урыны итеп Өфөнөң һайланыуын республиканың спорт ҡаҙаныштарына һәм уның техник спорт төрҙәрен үҫтереүгә индергән өлөшөнә тейешле баһа биреү итеп ҡабул итәбеҙ, — тип билдәләне сараны асыу тантанаһында республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа 17 команда ҡатнаша, улар Рәсәй субъекттары буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ведомствоның уҡыу йорттары исеменән сығыш яһай.

Ярыштарҙың тәүге көнөндә иң яҡшылары тип Курск өлкәһе ҡотҡарыусылары табылды. Уҡыу йорттары араһында үткәрелгән бәйгелә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы рекордын ҡуйып, Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәте академияһы курсанттары еңеп сыҡты.