Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Бахрейн делегацияһы Башҡортостан иҡтисады менән танышты

Иҡтисад

Башҡортостанға Бахрейн эшҡыуарҙары килде. Республикаға Фарсы ҡултығы һәм Яҡын Көнсығыш илдәрендә нефть һәм газ, финанс, инвестиция, энергетика, телекоммуникациялар, социаль, консалтинг, страховкалау проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан «Рияда» компанияһы вәкилдәренең визиты БР Иҡтисади үҫеш министрлығы инициативаһы менән ойошторолған.

Осрашыу барышында ике яҡ өсөн дә отошло хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.

— Башҡортостан Республикаһында, Фарсы ҡултығы һәм Яҡын Көнсығыш илдәре территорияһында етештерелеүсе продукция һәм хеҙмәттәрҙе алға һөрөү мөмкинлектәре, сит ил проекттары һәм экспорт менән ҡыҙыҡһынған Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының «Рияда» төркөмө менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, альтернативалы энергетика һәм башҡа өлкәләр буйынса сит ил инвестицияларын йәлеп итергә мөмкин булған республика инвестиция программалары тураһында һөйләшеү булды, — тип аңлатма бирҙе БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Александр Марьин.

Визит сиктәрендә компания вәкилдәренең Өфө дәүләт авиация техник университеты менән осрашыуы үтте. Унда металл эшкәртеү технологиялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү варианттары тураһында һүҙ алып барылды.

Икенсе тапҡыр делегация Башҡортостанға бер айҙан һүң киләсәк. Улар 17-18 майҙа Өфөлә үтәсәк II «Ҙур химия» халыҡ-ара форумында ҡатнашырға иҫәп тота.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть