5 декабрь, Дүшәмбе

12 апрель 2012 йыл, 9:41

Өфө Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһы исеменә көс һынашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Бөтә Рәсәй милли проекты www.город-россии.рф сайтында башланды, уны ойоштороусылар һәр кемгә Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһын һайларға һәм «Рәсәйҙә ҡайҙа йәшәүе еңел?» тигән һорауға яуап табып ҡарарға тәҡдим итә.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреүҙә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының баш ҡалалары ҡатнаша. Теләгән ҡала өсөн һәр көндө уңайлы ваҡытта тауыш бирергә була. Ҡаланың исеме янында уның турала мәғлүмәт тә урынлаштырылған. Әммә бер IP-адрестан тәүлегенә бер генә тауыш ҡабул ителә. Проектта ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлеү талап ителмәй.

Ошо рәүешле Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары исемлеге төҙөлә. Әлеге ваҡытта тәүге өс ҡала иҫәбендә — Иркутск (26896 тауыш), Төмән (23020 тауыш) һәм Смоленск (18093 тауыш). 2920 тауыш менән Өфө әлегә 17-се генә урында.

Иң күп тауыш йыйыусы ҡала артабан үҫешер өсөн өҫтәмә импульс аласаҡ, тип иҫәпләй ойоштороусылар.