6 декабрь, Шишәмбе

11 апрель 2012 йыл, 17:57

Баш ҡалала мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә почетлы исемдәр бирелде

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында үткән тантаналы сарала ведомство башлығы Әлфис Ғаязов 16 мәғариф хеҙмәткәренә почетлы исемдәр бирҙе.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен алыу менән министр Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се гимназияның физика уҡытыусыһы Людмила Коровинаны, Туймазы ҡалаһындағы 4-се мәктәптең география уҡытыусыһы Игорь Даниленконы, Салауат районы Тирмән ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рима Миһранованы һәм Өфөнөң 46-сы лицейы директоры урынбаҫары Надежда Әхмәтованы ҡотланы.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән хеҙмәткәре» исеменә Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге директоры Әлим Әхмәҙиев, Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы Ринат Ибраһимов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры София Исламова, Өфө дәүләт авиация техник университетының физик тәрбиә биреү кафедраһы мөдире Геннадий Мокеев лайыҡ булды.

Алты уҡытыусы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исемен алды. Улар — «Востокнефтезаводмонтаж акционерҙар компанияһы» үҙәге директоры Марат Әбүбәкиров, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы уҡытыусыһы Фәнисә Билданова, БашДУ-ның Сибай филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, Бишбүләктең 2-се мәктәбе директоры Ләйлә Едиханова, Башҡорт төҙөлөш колледжының ситтән тороп уҡыу бүлеге мөдире Ирина Пастухова һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Марат Халиков.

Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән Өфөләге 91-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Фаина Якрина һәм Башҡортостан кооператив техникумы директоры Әнүәр Абдрахманов бүләкләнде.