4 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 17:09

Нуриман районына «һандуғастар» осоп киләсәк

автор: Розалия Вәлиева

Нуриман районының Красная Горка ауылында эстрада йырын башҡарыусылар араһында Ф.Хәсәнова исемендәге «Нуриман һандуғасы» республика конкурсы ойоштороласаҡ. Гала-концерт район мәҙәниәт йортонда 13 апрелдә үтәсәк. Конкурста Иглин, Шишмә, Өфө, Ҡариҙел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан 25 йырсының ҡатнашыуы көтөлә.

— Сығыш яһаусыларҙың оҫталығына профессиональ жюри баһа бирәсәк, — тип хәбәр итте Нуриман районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Лениза Хәлилова. – Красная Горка ауылына РСФСР-ҙың халыҡ артискаһы Тәнзилә Үҙәнбаева, «Ашкаҙар» радиоһы алып барыусыһы Урал Ниғмәтуллин һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе Фәнисә Аҡсурина киләсәк.

Быйыл «Нуриман һандуғасы» эстрада йырын башҡарыусылар конкурсы республика статусын алды. Ул вокал оҫталығы традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, яңы таланттарҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан.