4 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2012 йыл, 16:36

Республикаға сит телдәрҙе белгән волонтерҙар кәрәк буласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Алдағы арала Башҡортостанға сит телдәрҙе белгән волонтерҙар кәрәк буласаҡ. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин хәбәр итте.

— Башҡортостанда тиҙҙән ҙур халыҡ-ара саралар үтәсәк, һәм беҙ волонтерҙарҙы, айырыуса йәштәрҙе, уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, бының өсөн ЮНЕСКО эштәре буйынса БР комитетында теркәлеү кәрәк, — тине Өлфәт Йомағужин. – 2013 йылдың 26 февраленән 3 мартына тиклем республикала Халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк, беҙгә төрлө илдәрҙән меңләгән уҡыусы киләсәк. Республика ҡаҙаныштары тураһында матур итеп һөйләп, саралар барышында ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөй алырлыҡ Башҡортостан ватансыларын саҡырабыҙ. Төп талаптарҙың береһе – сит телдәрҙе белеү. Әгәр ҙә кемдер ике-өс телде белә икән, бик яҡшы буласаҡ. Кешеләр үҙҙәренең туған телдәрендә аралашҡыһы килә.

2013 йылдың октябрь һәм ноябрь айҙарында ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы сиктәрендә Башҡортостан Парижда ҙур халыҡ-ара презентацияла ҡатнашасаҡ. Төбәкте был форумда тәҡдим итеү өсөн республикала төрлө саралар әҙерләнә. Башҡортостанға сит ил ҡунаҡтарының килеүе көтөлә, уларҙы оҙатып йөрөү өсөн тәржемәселәр кәрәк буласаҡ.