Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса дәреслек баҫылып сығасаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса дәреслек баҫтырыласаҡ, тип хәбәр итте бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит»тә үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин.

— Республиканың бер нисә юғары һәм урта махсус уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм улар менән ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса уҡыу әсбабы әҙерләйбеҙ, — тине Өлфәт Йомағужин. – Ул мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн тәғәйенләнгән. Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә уҡытыусылар өсөн ЮНЕСКО-ны өйрәнеү буйынса курстар үткәрәбеҙ. Ағымдағы йылдың икенсе яртыһында үҙебеҙҙең сайтта «ЮНЕСКО-ны өйрәнеү» журналының интернет версияһын да булдырырға планлаштырабыҙ. Бында беҙҙең китаптар, материалдар тураһында мәғлүмәт алып буласаҡ.

Мәғлүмәт, нәшриәт эшмәкәрлеге сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты «Башҡортостан Республикаһында мәғариф мөхите» йыйынтығын, рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы буйынса белешмә» баҫып сығарҙы, тиҙҙән ул француз һәм немец телдәрендә лә донъя күрәсәк. «Урал батыр» эпосының француз һәм немец телдәренә тәржемәһе әҙерләнә, әлеге ваҡытта әҫәр инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть